top of page

Ҡар бабай ҡайҙа булған?

Епшек ҡарҙы тәгәрәтеп
Әүәләнем ҡар бабай,
Уны яһау ҡыйын түгел,
Уны яһау яп-ябай.

Өс йоморсаҡ етеп ҡуйҙы
Кәүҙә менән башына,
Танау итеп кишер ҡуйҙым,
Ҡара буяу – ҡашына.

Ике күҙе – ике төймә,
Тешһеҙ ауыҙ – сыбыҡтан,
Аяғында иҫке галуш,
Ә ҡулдары – ҡабыҡтан.

Бөгөн сыҡһам, ҡар бабай юҡ,
Шул ҡәҙәре ашыҡҡан:
Кишерҙе лә ташлап киткән
Галушһыҙ юлға сыҡҡан.

Ике төймә – ике яҡта,
Аунап ята ҡабыҡтар,
Әле йәшәү ҡыйындыр шул
Ҡар бабайға ҡар юҡта.

                       Гүзәл Ситдиҡова

Ҡыш.
Ҡыш –һыуыҡ һәм дә
Саф һауа.
Ниндәй ҙур шатлыҡ –
Ҡар яуа!

Ҡыш ул – бейәләй
Һәм быйма.
Өшөйһөң, ҡайт, тип,
Һин тыйма!

Ҡар бәрешеүҙәр -
Мәрәкә!
Саңғыла йөрөү
Кәрәк тә!
Бөтә ер өҫтө
Аҡтан-аҡ!

Ҡышта бәхетле
Бала саҡ!

         Земфира Аҡбутина

Бесәй быйма эсендә

Тышта буран ҡотора,
Сәйҙә илап ултыра:
"Бесәйем сығып киткән,
Аҙашып үлер микән?."
Юҡҡа илай был Сәйҙә,
Хәйләкәр бит бесәй ҙә:
Шәп йылы оя тапҡан -
Быймаға инеп ятҡан!
                  Р. Абуталипова

ҺЫРҒАЛАҠ

Ябалаҡлап ҡар яуа,

Текә тауҙар өйөлә.

Беҙ сығабыҙ санала

Һырғалаҡтар эйергә.

Ел еткермәҫ ерәндәй,

Тау түбәнгә сабабыҙ.

Кәйелеп китһә саналар,

Ҡолайбыҙ ҙа ҡалабыҙ.

Әй күңелле һырғалаҡ,

Онотола бары ла.

Шыуһын сана шәберәк,

Текә булһын тау ғына.

                         Б.Бикбай

ТАУ ШЫУҒАНДА.
Аҫҡа шыуып төшкән саҡта,
Бик тә рәхәт – елдерәм!
Санама ла рәхәт булһын –
Үргә тартып мендерәм.
                 Ф. Рәхимғолова

 

ӘЙ, САНАЛАР

Әй, саналар, саналар,

Бигерәк шәп баралар.

Ҡурҡаҡ-өркәк балалар

Ҡолап ҡына ҡалалар.

                         Й.Гәрәй

bottom of page